Егеттәребеҙ һыр бирмәй07.01.2019
Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Спорттың техник төрҙәре үҙәге спортсыһы Динар Вәлиев Каменск-Уральск ҡалаһында боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй шәхси чемпионатының финал этабында икенсе урынды яуланы.

Ә дөйөм зачетта дүртенсе урынға сығып, ул донъя шәхси беренселегендә Рәсәйҙе даими яҡлау хоҡуғына эйә булды.

Яҡташыбыҙ, 14 мәрәй йыйып, бары Тольятти спортсыһы Даниил Ивановты ғына алға үткәрҙе. Иң яҡшы мотоуҙышсыларҙың тәүге тиҫтәһенә туғыҙынсы урынды яулаған Өфө егете Иван Чичков та инде. Шулай итеп, донъя чемипионатында ил данын Тольятти спортсыһы Даниил Иванов, яҡташыбыҙ Динар Вәлиев, Каменск-Уральск мотоуҙышсыһы Дмитрий Хошицевич һәм Шадринск егете Дмитрий Колтаков яҡлаясаҡ.


Вернуться назад