Спортта ла быуындар бәйләнеше өҙөлмәй06.01.2019
Хәйбулла районының Ивановка ауылында Торомтаевтар араһы менән башланған матур башланғыс хәҙер изге йолаға әүерелгән. Йыл һайын ҡышҡы каникул көндәрендә мәктәптең спорт залында “Биш быуын кубогына” волейбол ярыштары үткәрелә.

Быйылғы турнир Ивановка урта мәктәбе хеҙмәткәрҙәре, уны тамамлаусылар һәм уҡыусылар араһында ойошторолдо. Етеҙлеккә, сослоҡҡа һәм таҫыллыҡҡа һынаған ярышта “Класташтар”, “Ҡорҙаштар”, “Эшсе йәштәр”, “Студенттар” һәм “Уҡыусылар” командалары көс һынашты. Барыһынан да бигерәк “Класташтар” командаһы үҙҙәренең берҙәмлеге һәм оҫта уйнауҙары менән айырылып торҙо. Беренсе урын лайыҡлы рәүештә уларға бирелде. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла кубоктар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.



Вернуться назад