Ун мәргәнсе асыҡланды05.01.2019
Учалыла традицион уҡ атыу буйынса "Ун мәргән" турниры үтте. Ике көн барған ярышта беренсе урынды - "Бөрйән-1", икенсене - "Ирәмәл" (Учалы), өсөнсө урынды "Братство кольца" (Учалы) командалары яуланы. Ун ике команда араһында дүртенсе урынға "Өфө-1" мәргәндәре сыҡты.

Шәхси беренселектә беренсе урын Салауат Юлбирҙинда (Бөрйән). "Көмөш" миҙалды Сынбулат Юлбирҙин (Бөрйән) алды. Өсөнсө баҫҡысҡа Юлай Ғәлиуллин (Өфө) күтәрелде. Руслан Әхмәҙиев, Рөстәм Теләүбирҙин, Самат Ғатауллин, Рушан Хәсәнов, Рәис Низаметдинов, Артур Батыршин, Илдар Абыҙгилдин да "ун мәргән" иҫәбендә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында "алтын" Динә Вәлиевала (Учалы). Лиана Ихсанова (Учалы ) - икенсе, Устина Камнева (Өфө) өсөнсө урынды алды.

Махсус приздар өсөн дә ярыш ҡыҙыу барҙы.


Вернуться назад