Ҡышҡы ялда аҡлы-ҡаралы йөрөш05.01.2019
Кешелек уйлап сығарған мөғжизәләр араһында аҡлы-ҡаралы шахмат майҙаны бер нисә быуат буйы кешеләрҙе ылыҡтырып, мауыҡтырғыс шөғөл, күңелле ял, көсөргәнешле спорт төрө булып һанала.

Хәйбулла районы мәктәптәренең күбеһендә шахмат түңәрәктәре эшләй, уҡыусыларҙың күбеһе аҡыллылар һәм бөйөктәр уйынын үҙ итә, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.

Йәмле Йәнтеш ауылы янында урынлашҡан “Һаҡмар” шифаханаһында биш йәштән алып 16 йәшкә тиклем ҡыҙ һәм малайҙар өсөн төбәк-ара шахмат турниры старт алды. Күрше Ырымбур өлкәһенең Гай, Орск ҡалаларынан һәм Гай районынан, Өфөнән, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан барлығы 54 ҡатнашыусы теләк белдергән. Улар өс төркөмдә үҙ көстәрен һынап ҡарап, иң көслө уйынсы өсөн көрәшәсәк. Әйткәндәй, был турнур шифаханала икенсе тапҡыр үткәрелә. Тәүгеһе “Һаҡмарҙа йәй” исеме менән уҡыусыларҙың йәйге каникулында ойошторолдо.



Вернуться назад