Ишембайҙың Саңғы базаһында саңғы миҙгелен асыуға һәм 1-се Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 65 йыллығына арналған үҙенсәлекле спорт байрамы үтте. Унда Ишембай районы һәм ҡалаһынан, Салауаттан, Стәрлетамаҡтан барлығы 200-гә яҡын кеше ҡатнашты, 17 яҡташыбыҙ призлы урындар яуланы.
Саңғы базаһы иртә менән ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Бәләкәс кенә саңғыларын тотоп кескәйҙәр ҙә килгән, ярышта ҡатнашырға дәрт иткән ололар ҙа бихисап. Ишембай районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Альберт Сәғәҙиев, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, быйыл саңғы миҙгеле асылыуға ярайһы ғына ҡар яуыуын да ыңғай күренеш итеп билдәләне, барыһына ла ярыштарҙа уңыштар теләне. Спорт ветераны – 84 йәшлек Рәшит ағай Исмәғилев тантанаға хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ саҡырылғайны.
– Саңғы уҙышы – таралған спорт төрө. Ишембайҙа ул юғары кимәлгә ҡуйылған, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүсе саңғысылар беҙҙә аҙ түгел. Спорт ветерандары ла был йәһәттән йәштәргә матур өлгө күрһәтә. Ғөмүмән, спортҡа һөйөүҙе балаларҙа бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәк, – тигән фекерҙәрен әйтте ул.
Миҙгелде асыу тантанаһынан һуң сараның иң йәнле өлөшө – ярыштар башланды. Һәр кем үҙенең йәш категорияһында етеҙлеген һынаны. Балалары ярышҡанда ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең кескәйҙәрҙе дәртләндереп, еңеүгә әйҙәп тороуы ла спорт байрамын биҙәне.
Иң бәләкәс саңғысыларҙың береһе 7 йәшлек Фәдис Вилданов та билдәләнгән араны ауырлыҡһыҙ үтте.
“Саңғыла йөрөү оҡшай, һәр ял һайын шыуырға киләм”, – ти ул.
Малайҙың әсәһе Зөлфиә Зиннәт ҡыҙы ла бик ҡәнәғәт:
– Улым өс йәшендә саңғыға баҫҡайны, шул ваҡыттан алып айырылмай. Күңел һалып йөрөгәс, ниәтен хуплайбыҙ. Хәҙер инде икенсегә саңғы комплекттары алдыҡ. Бөгөн дә ярышта ҡатнашам тип дәртләнеп килде.
Олоһон да, кесеһен дә бергә туплаған байрамдан ауылдыҡылар ҙа ситтә ҡалмаған. Әхмәрҙән өс бер туған Раушан, Руслан, Денис Вәлиевтәрҙе күреп һоҡландыҡ. Бына бит сәләмәт тормошто үҙ иткән ниндәй матур быуын үҫеп килә!
– Салауатта саңғы миҙгелен асыу ярышында ҡатнашып ҡайттыҡ. Ауыл йәштәре исеменән сығыш яһап, Булат Әминев беренсе урынды яуланы. Бөгөнгө ярышта ла көслө генә саңғысыларыбыҙ ҡатнаша, – тип һөйләне ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең Әхмәр мәктәбе ҡарамағындағы филиалы тренеры Венер Әминев.
Был юлы ла һынатманы әхмәрҙәр, үҙ йәш категорияларында тос ҡына уңыштар яуланылар. Бер километрға уҙышта 9 йәшлек Раушан Вәлиев – 2-се, 11 йәшлек Алһыу Хәбирова – 3-сө, йәштәр араһында 5 километрға ярышып, Булат Әминев икенсе урынды яуланы. Әхмәрҙәрҙең тренеры ла йәштәргә өлгө күрһәтте – спорт ветерандары араһында беренсе урынға сыҡты.
Ярыш аҙағында һөҙөмтәләр билдәләнде. Беренселекте алыусылар рәтендә ишембайҙар ҙа, стәрлетамаҡтар ҙа, салауаттар ҙа булды. Уларҙың барыһын да сәләмәт тормош алып барыуҙары, ялды файҙалы итеп уҙғара белеүҙәре берләштерҙе. Тейешле араны “һә” тигәнсә шыуып үткән, йөҙҙәре алһыуланған, күҙҙәренән нур бөркөлгән саңғысыларға ҡарап көнләшерлек тә ине. Әллә күпме ваҡытҡа етерлек күңел көрлөгө алып ҡайта бит улар. Саңғы миҙгеле саҡ башлана ғына, ә алда күпме ярыштар көтә.