Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралым...04.01.2019

Йолаларҙы тергеҙеүгә лә аҡса кәрәк.

СССР тарҡалыу менән күп кенә дәүләттәр үҙбилдәләнешкә эйә булды. Рәсәйҙә лә “суверенитеттар парады” үтте. Власҡа килгән етәкселек иҡтисади үҫешкә йүнәлеш алды. Көнбайыш илдәре һәм АҠШ үҫеш өлгөһөнә әүерелде. Тормош ҡиммәттәре үҙгәрә башланы, Көнбайыш Европа мәҙәниәте нигеҙендә йәшәү рәүеше көсләп тағылды. Күсмә халыҡ икәнлегебеҙҙе онота башланыҡ. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Төркмәнстан һәм ҡайһы бер башҡа илдәр бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡала алды, ассимиляцияға бирешмәне. Уның ҡарауы, Башҡортостанда бөтөнләй бүтән хәл күҙәтелә.

Көтөүҙе лә... машина менән көтәләр

Рәсәйҙең географик үҙәгендә урын­лашҡанға күрә, беҙҙе Ырымбур өлкәһе рәүешендәге яһалма сик күсмә тормош мәҙәниәте йәһәтенән яҡын булған ҡаҙаҡ халҡынан айырып тора. Айырымланған, һан йәһәтенән дә республикала халыҡтың ни бары 28 процентын ғына тәшкил иткән башҡорттар ассимиляцияға бирелә, халыҡ уйындарының күбеһен юғалта, хатта башҡорт теленә лә хәҙер юҡҡа сығыу хәүефе янай. Ҡасандыр хәрби рухлы, күсмә халыҡты менгән аттарынан төшөрөп, ултыраҡ тормошҡа күсергәндәр.

Әйтергә кәрәк, глобалләштереү Рәсәй­ҙәге барлыҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың үҫе­шенә йоғонто яһамай ҡалмаған. Союз еме­релеү менән ауыл хужалығы бөлгөн­лөккә төштө, уның менән бергә ауыл халҡы ла ҙур тетрәнеү кисерҙе. Урбанизация башланды. Күптәр ауылдан ҡалаға күсте. Эшһеҙлек халыҡтың миграцияһына килтерҙе, кешеләр эш эҙләп илдең бүтән төбәктәренә китә башланы. Башҡортостан халҡының күпселеге аҡса эшләргә төньяҡҡа юлланды. Һөҙөмтәлә ауылдар бушап ҡалды. Ир-егеттәр булмағас, ауылдарҙа мал аҫрамай башланылар. Көтөүҙәр икеләтә, өсләтә ҡыҫҡарҙы, ҡайһы бер ауылдарҙа бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

“Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2017 йылда Башҡортостандан 155 мең кеше ситкә аҡса эшләргә киткән. Был иһә республикалағы эшкә һәләтле йәштәге кешеләрҙең 8,2 процентын тәшкил итә. 2017 йылда төбәктә 1883 мең кеше хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, шуларҙың 1249 меңе – ҡалала, 634 меңе – ауылда, йәмғеһе 999 мең ир-егет һәм 884 мең ҡатын-ҡыҙ. Халыҡтың мәшғүллек кимәле (эшләп йөрөгән кешеләр менән тикшереүгә йәлеп ителгән билдәле бер йәштәге кешеләрҙең дөйөм һаны араһындағы нисбәт) 57 процент тәшкил иткән. Иҡтисадта эшләгәндәрҙең төп өлөшө (78%) предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа тупланған. Ҡалғаны – шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар, үҙҙәренең йорт хужалығында һатыу йәки алмашыу өсөн тауар етештереүселәр һ.б. Эшкәртеү производствоһы өлкәһендә мәшғүлдәр – 18, күмәртә һәм ваҡ сауҙала – 17, мәғарифта – 10, төҙөлөштә – 9, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, һаҡлау һәм ташыуҙа – 7, ауыл, урман хужалығында, һунарсылыҡта, балыҡсылыҡта, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр өлкәһендә алты процент тәшкил итә.

Әйткәндәй, сит төбәктәргә эшкә киткәндәрҙең 70 проценты – ауыл халҡы. Эшселәр миграцияһы милли мәҙәниәтте һаҡлау усағы булған ауылды деградацияға килтерә, сөнки ауыл хужалығын үҫтереү өсөн мотлаҡ ир көсө кәрәк. Айыры­лышыуҙар һаны арта, тулы булмаған ғаиләләр күбәйә. Был да йолаларҙы үҫтереүгә ҡамасаулай.

Бөгөн республикабыҙҙа ат мәҙәниәте бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Аттың әһәмиәте әкиәттәрҙә, риүәйәттәрҙә һәм иртәктәрҙә асыҡ сағыла. Башҡортостанда йылҡы­сылыҡ ҡымыҙ һәм ит йүнәлешендә үҫеш­кән. Өйрәтелгән, эйәрләнгән аттар һаны әлегә тиклем күрелмәгән кимәлгә төшкән. Хәҙер менге аттар булмау сәбәпле, көтөүҙе лә машина менән көтәләр бит.

Башҡорт йолаһының нигеҙе

Советтар Союзы осоронда көтөүлектәр булмағанға күрә, йылҡысылыҡҡа әллә ни иғтибар булманы, агрокультураға өҫтөнлөк бирелде. Комбайндар, тракторҙар, машиналар ауыл тормошонан аттарҙы, улар менән бер үк ваҡытта этноспорт менән күсмә тормош мәҙәниәтен дә ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Революциянан, Граждандар һуғышынан һәм Бөйөк Ватан һуғышынан һуң аттар һаны шул тиклем кәмей, уларҙы әле булһа тулыландырыу мөмкинлеге юҡ. Һөҙөмтәлә Европа менән Азия сигендә йәшәгән башҡорттар, үҙенсәлекле күсмә тормош мәҙәниәтен, эйәр, ҡамыт-дуға, арба, тирмә эшләгән оҫта һөнәрселәрен юғалтҡан. Кейеҙ ябылған ағас тирмәләр брезентлы йәки баннерлы металл ҡулайламаларға алмаштырылды. Бөтә этноспорт бер генә байрамға – Һабантуйға ҡайтып ҡалды. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында был байрамда ат сабыштары, бәйгеләр ойошторола, ир-егеттәр милли көрәштә көс һынаша торғайны. Колхоз, совхоздар тарҡалыу, ауыл хужалығы бөлгөнлөккә төшөү менән һабантуйҙар һирәгерәк үткәрелә башланы, ҡайһы бер райондарҙа был байрамдан бөтөнләй баш тарттылар. Һабантуйҙар хәҙер эстрада коллективтары сығышынан, футбол, волейбол кеүек уйындарҙан торған мәҙәни-ял сараһын хәтерләтә. Республикала милли көрәштең һаҡланып ҡалыуы һәм әүҙем үҫеүе генә күңелде күтәрә. Ыласындар, бөркөттәр менән һунар итеү ҙә юҡҡа сыҡты хәҙер. Борон башҡорттар Батша һарайын һунар ҡоштары менән тәьмин иткән, унан ҡоштарҙы Тифлискә, Истанбулға, Бағдад­ҡа, Мәҙинәгә һатҡан. Әле иһә һунар ҡоштары менән бер кеше генә шөғөлләнә, сөнки, Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, һунар ҡоштарын аҫрау тыйыла. Бының өсөн ҙур штраф һалына, ләкин энтузиастар был боронғо башҡорт кәсебен үҫтерергә ниәтләнә.

Йолалар бөтөнләй юғалтылды, тип әйтеп булмай, әлбиттә. Профессор Ишмө­хәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов 2002 йыл­да башҡорт һәм рус телдәрендә “Баш­ҡорт халыҡ балалар уйындары” китабын сығарҙы. Ҡатай ырыуы үткәргән йыйын­дарҙа “Ауҙарыш”, “Таш ороу” уйындары ойош­торола башланы. Беҙҙә ҡырғыҙ­ҙар­ҙың “Ордо” уйынына оҡшаған “Ашыҡ”, хок­кейҙың аналогы “Сәкән һуғыу” бар. Баш­ҡортостанда энтузиастарҙың тырыш­лығы менән “Ылаҡ” уйыны тергеҙелә.

Баймаҡ районы командаһы II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашты. Тимәк, был йүнәлештә бер аҙ алға китеш бар, әммә үҫеш тураһында һүҙ алып барырға иртәрәктер әле. “Ылаҡ” уйыны йыш ҡына күрһәтмә сығыштар рәүешендә ойошторола, ысын уйындағы кеүек уларҙа көрәш рухы һәм ҡомар юҡ. Атлы традицион уйындар юғала. “Ҡыҙ ҡыуыу”, “Ат өйрәтеү” кеүек уйындарҙы хәҙер бик һирәк күрергә мөмкин.

Ипподромдар конкурҙы һәм ат сабыштарын үҫтереүгә генә йүнәлтелә, этноспортҡа иғтибар юҡ. Шул уҡ ваҡытта ат – ул башҡорт йолаһының нигеҙе. Быуаттар дауамында башҡорт һәм ат айырылғыһыҙ булған, ир-егетте атлы хәрби-ғәмәли мәҙәниәт нигеҙендә тәрбиәләгәндәр. “Ир-ат” атамаһы үҙе үк кеше менән аттың бер бөтөн икәнлеген сағылдыра. Был бәйләнеш халҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосынан алып беҙҙең көндәргә тиклем күҙәтелә. Халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте ошоға ҡоролған. Ир бала өс йәштән һыбай йөрөргә, атты хәстәрләргә өйрәнгән. Ошо рәүешле яуаплылыҡ тәрбиәләнгән. Бөгөн иһә балаларҙың күпселеге атты компьютер экранынан ғына күҙәтә, һыбай йөрөү түгел, атҡа ҡайһы яҡтан яҡынлашыуҙы ла белмәйҙәр.

Төбәктең йөҙөк ҡашы

2015 йылда традицион уҡ атыу буйынса “Мәргән уҡсы” хәрәкәтен ойошторғайным. Ул мәлдә Башҡортостанда ни бары ике кеше уҡ ата торғайны. Береһе – мин, икенсеһе иһә – дуҫым, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Амантаев. Был йүнәлештә башлыса яңғыҙыма эшләргә тура килде. Әкренләп фекерҙәштәр табылды, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп ебәрҙем, унан һуң тәүге “Мәргән уҡсы” фестивален үткәрҙем, турнирҙар, ярыштар уҙғара башланым. Һыбай уҡ атыу буйынса саралар булды. Әле “Мәргән уҡсы” хәрәкәтендә 300-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Арабыҙҙа балалар бик күп. Улар өсөн ике йыл рәттән “Уғатар” бәйгеһен ойошторҙоҡ. Был ете йәштән өлкәнерәктәр (малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа) көс һынаша алған берҙән-бер спорт төрө. Башҡортостан уҡсылары Төркиәлә, Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡытайҙа, Венгрияла, Словакияла үткәрелгән ярыштарҙа, Рәсәйҙәге барлыҡ турнирҙарҙа ҡатнаша. Шулай ҙа әлегә уҡ атыуҙың киң ҡолас алыуы хаҡында һөйләргә иртәрәктер. Сараларҙа тарихи милли кейемдәргә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Хатта турнир тураһындағы положениела милли кейемһеҙ ярышта ҡатнашырға рөхсәт ителмәүе асыҡ билдәләнгән. Халыҡ үҙ тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнгәндә, кейемдәге теге йәки был деталдең тәғәйенләнешенә, әһәмиәтенә төшөнә.

Башҡорт халҡының үҙенсәлеклелеген һаҡлап ҡалыу өсөн күсмә тормош мәҙә­ниәтенең нигеҙе булараҡ, атлы уйындарҙы тергеҙеү шарт, сөнки беҙҙең асылыбыҙ шунда. Милләтебеҙҙең күп быуатлыҡ тарихы кешенең тоғро, ышаныслы юлдашы ат менән бәйле. Күренекле яҙыусы Мәхмүт Ҡашғари яҙғанса: “Атһыҙ күскенсе – ҡа­натһыҙ ҡош”. Минеңсә, йылҡысылыҡты үҫ­те­реү этноспортты һәм традицион уйын­дарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итер ине. Атлы уйындарҙы тергеҙеүҙе милли идеяға әүерелдереү зарур. Һәр ауылда кәмендә 500 йылҡы малы аҫраһалар, халҡыбыҙҙың финанс именлеге лә артыр ине. Әлбиттә, дәүләт яғынан да ярҙам булырға тейеш. Ошо йүнәлешкә булыш­л­ыҡ итеү, уны үҫтереү өсөн этноспорт комитеты ойошторорға кәрәк, сөнки аҡсаһыҙ йүнәлеште үҫтереү мөмкин түгел.

Халҡыбыҙҙың боронғо милли спорт төрҙәре – төбәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы. Республика гербында сығып килгән ҡояш нурҙарына ҡойонған һыбайлының һүрәтләнеүе лә осраҡлы түгелдер, моғайын. Минеңсә, яңы көн йолаларҙың тергеҙелеүен кәүҙәләндерә.

флюорография уфа


Вернуться назад