Кем эйәрләр сапсан арғымаҡты?!26.05.2012
Юҡ, шаяртыу түгел был. Ысынлап та,
1-2 июндә Сибай ҡалаһында уҙасаҡ “Ирәндек батыры-2012” I республика спорт фестивале еңеүсеһен арғымаҡ көтә. Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына, 1812 йылғы Ватан һуғышының
200 йыллығына арналған бәйге милли көрәш, йүгереү һәм мылтыҡтан атыу кеүек конкурстарҙы үҙ эсенә ала.

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сибай ҡалаһы хакимиәте уҙғарған бәйгенең маҡсаты — милли спортты үҫтереү, республика ҡала-райондары араһында бәйләнеште нығытыу, көслө спортсыларҙы асыҡлау һәм үҫеп килеүсе быуында халыҡ традицияларына ихтирам тәрбиәләү.
Ярыш ике төркөмдә уҙасаҡ. Тәүгеһендә 16–18 йәш арауығындағылар, ә икенсеһендә 19 йәштән өлкәндәр көс һынашасаҡ.
1–5-се урын яулаған бәйгеселәргә ҡиммәтле бүләктәр һәм маҡтау грамоталары биреләсәк. Унан тыш, үрҙә яҙыуыбыҙса, һәр йәш төркөмө еңеүсеһе арғымаҡ менән бүләкләнәсәк. Дөйөм приз фонды 200 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Ҡатнашырға теләүселәр заявкаларҙы 28 майға тиклем ебәрә ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте (34775) 5-28-90 йәки 8-937-165-88-82 телефондары буйынса алырға мөмкин.
Төбәгебеҙҙең көслө, батыр һәм ҡыйыу егеттәре! Бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ!
Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.


Вернуться назад