“Бәй, саңғыңды оноттоңмо әллә?”02.01.2019
Һуңғы йылдарҙа ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла иртә-кис ҡулдарына таяҡ тотоп йөрөгәндәрҙе йыш осратырға мөмкин. Спорттың был төрөн үҙ иткәндәр көндән-көн тиерлек күбәйә. Скандинавса атлауға тәүҙә күптәр шикләнеп, бер аҙ аптырап ҡарап, “Бәй, саңғыңды оноттоңмо әллә?” тип һорау бирһә, хәҙер инде үҙҙәре үк уларға ҡушыла.

Таяҡҡа таянып атлау тәү ҡарашҡа ҡыҙыҡ, бер аҙ сәйерерәк күренһә лә, һаулыҡ өсөн ифрат әһәмиәтле. Скандинавса йөрөү – физкультураның бер төрө, ул Финляндияла уҙған быуаттың 90-сы йылдарында барлыҡҡа килгән һәм тиҙ арала бөтөн донъяға таралған. Ошо рәүешле атлағанда тәндең барлыҡ мускулдары тиерлек хәрәкәтләнә, калория күпләп “ашала”.

Сибайҙар үткән яҙ скандинавса йөрөү буйынса ярыш үткәрһә, әле ГТО нормаһын тапшырҙы. Өс километрлыҡ дистанцияны уңышлы үтеп, тәүге чемпиондар исеменә Валерий Панов, Геннадий Полько, Фәниә Кәримова һәм Ольга Миронова лайыҡ булды.



Вернуться назад