Туймазы районының Ҡандра ҡасабаһында заман талаптарына тап килгән өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу үҙәге асылды. “Еңеү” тип аталған комплекс 13 меңдән ашыу кеше йәшәгән биләмәне хеҙмәтләндерәсәк.
Ҡандра ауылының күптән нигеҙ һалынған спорт йолалары бар, урындағы спортсылар муниципалитет ойошторған сараларҙа гел лидерҙар иҫәбендә. Ҡандраға дан килтергән кешеләрҙең береһе Дмитрий Ганн, мәҫәлән, рус лаптаһы буйынса Рәсәй чемпионы. Әлеге ваҡытта ҡасабала йәшәгән 4 меңдән ашыу кеше спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Бығаса бындағы спорт объекттары теләүселәрҙе һыйҙырып та бөтмәй ине. Яңы комплекс иһә барлыҡ талаптарға яуап бирә, күп мөмкинлектәр аса.