Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили менән осрашты. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республикала көрәш менән шөғөлләнеү өсөн ике спорт объекты төҙөү күҙаллана. Шуларҙың береһе Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урынлашасаҡ.
Радий Фәрит улы Башҡортостанда Олимпия уйындарында ҡатнашыуға дәғүә иткән көрәшсе тәрбиәләнеүе хаҡында ла һөйләне. Ун бер спортсы Рәсәй йыйылма командаларына инә. Төбәк етәксеһе Михаил Мамиашвили менән республикала юғары кимәлгә сыҡҡан көрәшселәр өсөн интернат асыу буйынса кәңәшләште.