Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең көрәш федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили менән осрашты. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, көрәш менән шөғөлләнеү өсөн республикала ике спорт объекты төҙөләсәк. Уларҙың береһе Өфөнөң Инорс микрорайонында барлыҡҡа киләсәк, уны үҫтереү өсөн айырым программа ҡабул ителәсәк.
“Әллә ҡасанғы — 1978-ме, 1979-сымы йылда үҫмерҙәр араһында СССР беренселегендә ҡатнашҡан ваҡытта, үҙенең партнерҙарын “йыртҡан” ябыҡ ҡына егеткә иғтибар иткәйнем. Ул саҡта уның буласаҡ легендар спортсы, ике тапҡыр олимпия чемпионы, Рәсәйҙең көрәш федерацияһы президенты һәм минең дуҫым Михаил Мамиашвили икәнлеген күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Мин ышанам: беҙҙең дуҫлыҡ меңәрләгән йәш егеткә өлгө булып торор”, – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.