Ә һин волейбол уйнайһыңмы?23.12.2018
Башҡортостан етәксеһе Радий Хабиров Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы күҙәтеү советының ултырышында ҡатнашты.

Федерация Президенты Станислав Шевченко Рәсәй йыйылма командаларының сығыштарына йомғаҡ яһаны, киләһе миҙгелгә әҙерлек кимәле хаҡында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ волейболды үҫтереүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында ла фекер алышты.

Әйткәндәй, Башҡортостанда әлеге спорт төрө менән 69 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. “Урал” волейбол клубына биш команда ҡарай: “Урал” суперлига командаһы (ир-егеттәр), “Урал бөркөттәре” йәштәр лигаһы командаһы, “Самрау” ( “А” юғары ҡатын-ҡыҙҙар лигаһы командаһы), “Урал” пляж волейбол командаһы (ир-егеттәр) һәм “Самрау-2” резерв командаһы. Быйыл Өфөлә Милләттәр волейбол лигаһының өсөнсө туры сиктәрендә матчтар уҙҙы, уларҙа Рәсәй, Бразилия, Ҡытай һәм Иран йыйылма командалары ҡатнашты.


Вернуться назад