“Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов “Өфө” футбол клубының Попечителлек советы рәйесе итеп тәғәйенләнде.
Попечителлек органы ойоштороу тураһындағы ҡарар 11 декабрҙә клубты үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡабул ителгәйне. “Өфө” футбол клубы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Шамил Ғәзизовҡа киләһе йылдың 31 ғинуарына тиклем Попечителлек советының эш планын һәм концепцияһын төҙөргә ҡушылды. Ул дәүләт органдары менән үҙ-ара бәйләнеш өсөн яуап бирәсәк.
– Бөтә эште әүәлгесә клуб менеджменты алып барасаҡ. Ул миҙгелде бер миллиард һумға алтынсы урында тамамлап, үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Шул уҡ ваҡытта бишенсе урын яулаған команда 11 миллиард һум сарыфланы, – тине Ростислав Мырҙағолов.
Шамил Ғәзизов әйтеүенсә, биш кеше ингән Попечителлек советы стратегик мәсьәләләр, ярҙам күрһәтеү, ҡарарҙарҙың үтәлешен күҙәтеү менән шөғөлләнәсәк. Әйткәндәй, бындай орган “Салауат Юлаев” хоккей клубында ла бар.