Һәммәһен дә ҡыйратып...24.05.2012
Һәммәһен дә ҡыйратып...Һуңғы биш йылда өсөнсө "алтын" яуланылар
Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы, ниһайәт, тағы ла чемпион! Быйыл беренселекте яулағандан һуң беҙҙең хоккейсыларҙың көсөнә шикләнеүселәр ҡалмағандыр. Вячеслав Быков урынына былтыр баш тренер итеп тәғәйенләнгән Зиннәтулла Биләлетдинов та көйәрмәндәрҙең өмөтөн аҡланы: команда чемпионат дауамында бер генә еңелеү ҙә кисермәне!
Быйылғы донъя чемпионаты бер юлы Финляндияла һәм Швецияла үтте. Унда ҡатнашҡан һәр команда тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ. Бигерәк тә Швеция, Финляндия, Чехия, АҠШ командалары үҙҙәренең иң көслө уйынсыларын туплағайны. Рәсәй ҙә ҡалышманы: NHL "йондоҙҙары" Евгений Малкин, Павел Дацюк, Александр Семин, Евгений Варламов, Николай Кулеминдың исемдәре генә ни тора! КХЛ-дан да Александр Пережогин, Дмитрий Калинин, Алексей Терещенко, Александр Свитов кеүек "бәһлеүән"дәр ҡатнашты. Ни бары Александр Радулов ҡына килә алманы, океан аръяғындағы "Нешвилл" командаһы өсөн сығыш яһағанда йәрәхәтләнгән икән. Малкин иһә бөтәһен дә уҙҙы: 10 уйында 11 гол индереп, һигеҙ пас бирҙе – шуға ла чемпионаттың иң ҡиммәтле уйынсыһы исемен яуланы! Әйткәндәй, мәрәйҙәр буйынса унан һуң ҡасандыр "Салауат" өсөн уйнаған Патрик Торесен килә.
Ә бына Канаданың йыйылма командаһы үҙенә күберәк йәштәрҙе йыйған, шуға ла ул плей-офтың тәүге баҫҡысын да үтә алмай төшөп ҡалды. Уны һуңынан Чехия командаһын теҙ сүктергән словак хоккейсылары еңде. Быға бик күптәр ғәжәпләнде – ни тиһәң дә, күптәр эстән генә булһа ла Канада Рәсәй менән осрашыр тип өмөтләнә ине. Һөҙөмтәлә, Словакия турнирҙа II урынды, ә Чехия икенсе йыл рәттән III урынды яуланы. Ә сара хужалары – былтырғы чемпион Финляндия уйынсылары менән Швеция – нисек кенә ныҡышмаһын, быйыл миҙалһыҙ тороп ҡалды. АҠШ уйынсыларын да ошондай яҙмыш көттө.
Шулай итеп, беҙ – чемпион! Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы биш йылда был беҙҙең өсөнсө "алтын"! Бында, әлбиттә, алдағы йылдарҙа командаға етәкселек иткән Вячеслав Быков менән Игорь Захаркиндың да өлөшө ҙур: тап улар тәүге миҙалдар яулап Рәсәй көйәрмәндәренә ышаныс бүләк итте. Ә Зиннәтулла Биләлетдинов эште юғары кимәлдә дауам итә алды. Тимәк, 2014 йылдағы Олимпиадала Рәсәй хоккейсыларының иң көслөләр рәтендә буласағына өмөт ҙур.
Р. ЗӘЙНУЛЛИН.


Вернуться назад