Телефон сымын өҙә яҙҙылар...20.12.2018
Дыуан районы тарихында тәү тапҡыр балаларҙы фигуралы шыуыуға өйрәтә башлаясаҡтар. Мәсәғүттәге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тап ошо йүнәлештә эшләргә йыйына.

I-III класс уҡыусылары менән Өфө ҡыҙы, спорт мастерлығына кандидат, республика чемпионкаһы Валерия Храмцова шөғөлләнәсәген ишетеү менән ата-әсәләр, ябырылып тигәндәй, тренерҙы эҙләй, телефон сымы өҙлөкһөҙ шылтыратыуҙарҙан өҙөлөрҙәй булып ҡыҙа — барыһы ла балаларының фигуралы шыуыу менән шөғөлләнеүен теләй. 15 кешенән торған өс төркөм әҙер ҙә инде.

Район хакимиәте башлығы Ф. Мөхәмәҙиев тә, башланғысты хуплап, 25—30 пар коньки алырға вәғәҙә иткән.




Вернуться назад