Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай ҡышҡы уйындары уҙҙы. Саралағы һигеҙ мең тамашасы араһында Кушнаренко районы спортсылары ла бар ине. Башҡортостан Республикаһының Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығынан 50 билет бирелеү сәбәпле, уларға был оло тамашала ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Рәсәй-Ҡытай уйындарын ойоштороусылар рус һәм ҡытай телдәрендә сағыу, хис-тойғоға бай шоу әҙерләгән, тамашасыларҙы башҡорт һәм ҡытай бейеүҙәре менән һөйөндөргән. Байрамдың төп ваҡиғаһы, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек символы – һоро айыу һәм панда талисмандары –һәр кемдең күңеленә хуш килгән.