Биттәр ал булды, ал булды...20.12.2018
Сибай институты студенттары сәләмәт тормошто һәм спортты үҙ итә. Бында төрлө секциялар һәм түңәрәктәр эшләй.

Ошо көндәрҙә уҡыу йорто янында боҙ майҙансығы асылды. Уның асылыуын бигерәк тә коньки шыуырға яратҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр, шулай уҡ хоккейҙы үҙ иткән сәмле һәм етеҙ йәштәр көтөп алды. Сөнки саф һауала боҙҙа рәхәтләнеп шыуыу күңелдәрҙе күтәрә, тәнгә еңеллек өҫтәй.


Сараны асыу тантанаһы ҡаланың “Ирәндек” Боҙ һарайында шөғөлләнгән йәш фигуралы шыуыу оҫтаһы Софья Гуменюктың матур сығышы менән башланды. Байрам факелын тоҡандырыу хоҡуғы технология факультетының икенсе курс студенты Вадим Сәғәҙиевкә тапшырылды.

Сибай институтының директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Вәлиев әйтеүенсә, яңы асылған боҙ майҙансығы студенттар өсөн генә түгел, ә боҙ шыуырға теләгән һәр кемгә лә асыҡ. Иң мөһиме – киләсәктә бында шөғөлләнеүселәр араһында боҙ майҙандарын иретерлек еңеүҙәргә ынтылған чемпиондар үҫһен.



Вернуться назад