Бәхет Алтыбармакянға йылмайҙы19.12.2018
Сираттағы тәнәфестән һуң, Континенталь хоккей лигаһында уйындар дауам итә. “Салауат Юлаев” диңгеҙ буйына сәфәр ҡылды – Сочи ҡалаһына осрашыуға барҙы.

Матч аша еңеп-еңелеп килгән туған клубыбыҙ был юлы ла үҙенә “хыянат итмәне”. Хужаларҙан 2:5 иҫәбенә отолдо. Өс ай тиерлек “өндәшмәгән” Линус Умарктың шайба индереүе лә беҙҙекеләрҙе ҡотҡарманы.

Ә бына “Сочи”ҙан 20 йәшлек Андрей Алтыбармакян КХЛ-да үҙенең тәүге голын индереп, уйында яҡташтарыбыҙҙы ҡыйратыуға өлөш индерҙе.



Вернуться назад