Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары тамамланды. Бәйге һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы – 41, ҡытай спортсылары 31 миҙал яуланы.
Уйындар 16-18 декабрҙә уҙҙы. 200 самаһы спортсы биш төрлө бәйгелә көс һанашты: хоккей, шорт-трек, фигуралы шыуыу, саңғы һәм сноуборд ярыштары.
Турнирҙың баш судьяһы легендар хоккейсы Вячеслав Фетисов булды. Уйындарҙы ябыу тантанаһынан һуң Ҡытай спортсылары, оҙон сиратҡа теҙелеп, бөйөк чемпиондан автограф алды.