Путин сәләм ебәргән17.12.2018
Әлеге ваҡытта Өфөлә барған Рәсәй-Ҡытай уйындарының мөһимлеген ил Президенты Владимир Путин да билдәләп үтте. Уның фекере буйынса,был Башҡортостандың мәҙәниәте һәм йолалары менән танышыу, башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын баһалау өсөн бик матур мөмкинлек.

Владимир Владимирович II Рәсәй-Ҡытай ҡышҡы уйындарында ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләм хаты ебәргән. Бәйге дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхитендә үтеренә ышаныс белдергән ул. “Был уйындар 2022 йылда Пекинда уҙасаҡ ҡышҡы Олимпиадаға әҙерлектең мөһим бер өлөшө булып тора. Командалар асыҡ һәм ғәҙел ярышҡа әҙер, көйәрмәндәргә ла сағыу мәлдәр бүләк ителһен”, тиелә Владимир Путиндың сәләм хатында.



Вернуться назад