Темәстәргә келәм нимәгә?17.12.2018
Баймаҡ районында яңыртылған спорт залы асылды. “Балалар спорты” проекты ярҙамында Темәс ауылындағы башланғыс мәктәп капиталь ремонт өсөн федераль ҡаҙнанан субсидия алыуға өлгәште. Уҡыу ваҡытында бында мәктәп уҡыусылары, башҡа ваҡытта теләгән һәр кем шөғөлләнә аласаҡ. Алты спорт секцияһы асылған, уларҙы өс тренер алып бара.

Элекке балалар баҡсаһы бинаһын башланғыс мәктәпкә әйләндереү өсөн республика бюджетынан 17 миллион һум аҡса бүленде. Спорт залының йылытыу системаһын яңыртыу өсөн 130 мең һум тотонолған.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина темәстәргә милли көрәш менән шөғөлләнеү өсөн келәм алыуға сертификат тапшырҙы.



Вернуться назад