Антон Бабиков кемдең юлын ҡыйған?17.12.2018
Кисә биатлонсы яҡташыбыҙ Антон Бабиковҡа бәйле тауыш ҡупты. Йәнәһе, Австрияла барған Донъя кубогы этабында эстафетала ҡатнашыуҙан баш тартҡан.

– Мин Антондың тренеры менән һөйләштем, ул эстафетала йүгереүҙән баш тармаған. Бабиковтың үҙенән дә шылтыратып һораным, ул да ошо хаҡта белдерҙе. Тренерҙар үҙ-ара уның килеп тормауын хәл иткән, – ти билдәле ветеран спортсы Александр Тихонов.


Рәсәй Биатлонсылары союзы рәйесе Владимир Драчев Инстаграмда Антон Бабиковтың Италияла барған IBU кубогынан айырылып, Австрияға килергә баш тартыуы тураһында хәбәр итә. Яҡтабышыбыҙ иһә үҙенең “баш тартыуы” хаҡында интернет аша белгән.

Кисә Рәсәйҙең ирҙәр йыйылма командаһы эстафетала бишенсе урынды алды. Әле IBU кубогында беренсе баҫҡыста килгән 27 йәшлек Антон Бабиков сығыш яһаһа, призлы урынға ла сығырҙар ине, бәлки.




Вернуться назад