Һеҙгә яңы стадион кәрәк!15.12.2018
Күмертауҙағы "Таусылар" стадионы авария хәлендә. Ҡалала уның урынына яңыһы төҙөлә башлаясаҡ. "Сапсан-Арена" боҙ һарайын асҡанда республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.

- Проект ҡарары бар, төҙөлөш яҡынса 260 миллион һум тирәһе торасаҡ. Беҙ Күмертау ҡалаһы башлығы менән был хаҡта һөйләштек, сығымдың 10 процентын ҡала үҙ өҫтөнә алһа, ҡалғанын республика күтәрәсәк. 2020 йылға Күмертауҙа яңы стадион барлыҡҡа килергә тейеш, - тине Радий Фәрит улы.




Вернуться назад