Түбә ауылы халҡы телевизорҙан ғына хоккей матчтарын күҙәтеп көйәләнмәй, үҙҙәре лә боҙ майҙансағында уйнап кинәнә. Ошо көндәрҙә улар хоккей миҙгелен асып ебәрҙе. Ауылдың “Аҡташ” һәм “Ҡараташ” командалары боҙҙа көсөн һынаны. “Аҡташ”тарҙың мәрәйҙәре күберәк булып сыҡты. Һөҙөмтәлә, улар еңеүсе булды.
“Иң йәш уйынсы” исеменә – Байморат Исҡужин, “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” номинацияһына – Раушан Әбдүсаматов, “Иң тәжрибәле уйынсы” титулына Фирғәт Байназаров лайыҡ булды.