Бәләкәй чемпион12.12.2018
Ғафури район үҙәгендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусыһы Тимербулат Арыҫланов республика чемпионы исеменә лайыҡ булған бәләкәс шахматсыларҙың береһе.

Ул районда ғына түгел, республикала, Волга буйы федераль округы беренселегенә зирәклек ярыштарында ҡатнашып, әленән-әле уңыштары менән һөйөндөрә. Быйыл йәй Красноусолда Республика кубогына 2008 йылғы һәм унан кесерәк йәштәге малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында уҙған бәйгелә 1-се урынды яуланы. Һамар ҡалаһында Волга буйы федераль округы беренселегенә уҙған ярышта 14 төбәктән 500-ҙән ашыу шахматсы араһында тәүге 20 иҫәбенә инеүе лә Тимербулаттың зирәк аҡылы хаҡында һөйләй.

Йәш шахматсы ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында “Буласаҡ чемпиондар лигаһы”ның Башҡортостан беренселегендә икенсе урынды яуланы.



Вернуться назад