Сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибар ҙур.
Районда спорт тормошона, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар бирелә. Ауыл биләмәләре, ойошмалар һәм предприятиелар араһында спорттың 12 төрө буйынса спартакиада үтә. “Ихата чемпиондары лигаһы. Йәйге старт”, “Чемпион менән бергә күнекмә” кеүек саралар, шахмат турнирҙары айырыуса күп халыҡты йәлеп итә. Ҡыйғылар “Рәсәй саңғы юлы”, “Милләттәр кросы” кеүек тотош ил күләмендә уҙғарылған спорт ярыштарына дәррәү ҡушыла.
Ярыштар гөрләп үтәСәләмәт йәшәү рәүеше ауылдарҙа ла киң ҡолас ала, уларҙа хоккей, волейбол, футбол үҫешә, “Ауыл спорт уйындары” сараһы гөрләп үтә. Ибрай, Үрге һәм Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәләрендә хакимиәт башлыҡтары призына волейбол ярышы үткәреү матур йолаға әйләнгән. Ҡыш дауамында саңғыла уҙыш буйынса дүрт фестиваль үткәрелеүе лә – был төбәктә спорт һөйгән халыҡ йәшәүенә дәлил.
Райондың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙарының, белем усаҡтарында һабаҡ биргән физик тәрбиә уҡытыусыларының да эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ, сөнки буласаҡ чемпиондарҙы тап улар тәрбиәләй. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе туғыҙ йүнәлеш буйынса маҡсатлы эш алып бара: футбол, баскетбол, волейбол, шахмат, еңел атлетика, саңғы, көрәш, хоккей һәм гер спорты. Мәктәп иртәнән кискә тиклем балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора, бында 500-ҙән ашыу йәш спортсы шөғөлләнә.
Ғаиләләр менән эшләүгә айырым иғтибар бирелә. “Атай, әсәй һәм мин – спорт ғаиләһе” фестивале йыл һайын сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткәндәрҙең күплеген раҫлай. Быйыл тәүге тапҡыр ғаиләләр араһында волейбол турниры уҙғарылған. “Киләсәктә был сара ла даимигә әйләнер тип ышанабыҙ. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды”, – тип билдәләне район хакимиәтенең спорт комитеты белгестәре.
Шәхестәрен онотмайҙар
Ҡыйғылар билдәле шәхестәренең иҫтәлегенә төрлө ярыштар, турнирҙар ойоштороу йәһәтенән дә алдынғы. Мәҫәлән, йыл һайын генерал-майор Рауил Фәйрүзов призына шахмат турниры, еңел атлетика кросы, Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшин иҫтәлегенә саңғы ярышы уҙа. Ҡыйғы районының элекке хакимиәт башлығы, йәмәғәт эшмәкәре Радик Камаловтың ҡатыны һәм балалары, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап, үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса асыҡ турнир ойоштора. Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалсыларҙы, ил һәм тәртип һаҡсыларын да онотмай яҡташтары. Роберт Хәкимов, Илгиз Ғәйнетдинов, Илнар Рәхимйәнов, Зилә Ахунова иҫтәлегенә ойошторолған ярыштар изге йолаға әйләнә бара.
Бындай саралар, бер яҡтан, халыҡты сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырһа, икенсе яҡтан, йәш быуында илһөйәрлек, рухи ныҡлыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләй.
Донъя чемпиондары ауылда үҫә
Артур Зөлҡәрнәевкә – 23 йәш. Яҡташтары – ҡыйғылар ғына түгел, республика көрәшселәре лә уны донъя чемпионы булараҡ белә.
Артур Арыҫлан ауылында тыуып үҫә. Ун йәшендә көрәш менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры атаһы Валерий Ғәле улы Зөлҡәрнәев була.
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, еңеүҙәре тос Ҡыйғы батырының: 2012 йылда Бразилияла билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионы булып таныла. Киләһе йылына ла еңеүсе исемен лайыҡлы яҡлауға өлгәшә. Былтыр – Ҡаҙағстанда, ә быйыл Ҡазанда үҙ ауырлыҡ үлсәмендә тағы ла донъя чемпионы титулына лайыҡ була.
2013 йылда Артур көрәш буйынса спорт мастеры нормативын уңышлы үтәй, ә быйыл уға халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеме бирелде.
Арыҫлан ауылының арыҫландай батыр егете киләсәген спорттан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Алда уны тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр көтһөн, көрәш майҙанының бил бирмәҫ батырына әллә күпме йондоҙло сәғәттәр кисерергә яҙһын!