Силәбе өлкәһендә рус шашкаһы буйынса VI Бөтә Рәсәй беренселеге үтте. Унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән барлығы 149 уҡыусы көс һынашты.
Баймаҡ районының беренсе Төркмән ауылынан Айгүзәл һәм Азамат Әхмәтовтар, Илнар Ҡолмөхәмәтов ҡатнашып, төрлө программалы ярыштарҙа призлы урын яуланы. Илнар - икенсе һәм дүртенсе, Азамат - дүртенсе һәм бишенсе, Айгүзәл етенсе урындарҙы бүлеште. Йәш шашкасыларҙың тренеры Төркмән мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Азат Әхмәтов Рәсәйҙең Шашка федерацияһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Афарин, төркмәндәр!