Хәрәкәттә – Бәрәкәт07.12.2018
Ҡырмыҫҡалы ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәр саҡ йәнлелек. Бында уҡыусылар волейбол, футбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, шахмат, шашка, саңғы, рус лаптаһы, милли көрәш, гер күтәреү, туризм, тхэквондо, ҡул көрәше, хоккей, еңел атлетика һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса шөғөлләнә, төрлө ярыштарға әҙерләнә.

Спорт мәктәбе райондың башҡа мәғариф учреждениелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Тәү сиратта бала­ларҙың һаулығын нығытыу, ихтыяр көсө тәрбиәләү, физик үҫеш һәм спорт менән даими шөғөлләнеү булһа, артабан уларҙы үҙҙәре һайлаған төр буйынса ярышҡа алып сығырлыҡ кимәлгә тиклем үҫтереү.

Йәш спортсылар район, республика, ил ярыштарындағы чемпио­нат­тарҙа уңышлы сығыш яһай, тәүге урындарҙы яулай. 2015 йылда Радик Сөләймә­новтың тәрбиәләнеүсеһе Кирилл Хә­миҙуллин тхэквондо буйынса Бөтә Рәсәй турнирында беренсе урынды яулай, Төркиәлә өсөнсө Европа чемпионатында пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелә, үҫмерҙәр ара­һындағы Рәсәй чемпионатында беренсе бүләкте ала. Радик Ильяс улының икенсе уҡыусыһы Тимур Латипов та әленән-әле уңыштары менән ҡыуан­дыра. Өҫтәл теннисынан – Роман Макаров, ирекле йөҙөү буйынса Эдем Тимершин, Эмиль Шәрипов, Арыҫлан Хисмәтуллин­дарҙың төрлө ярышта яулаған еңеү­ҙәре спорт мәктәбенең, уҡытыусы­ларҙың өҙлөкһөҙ ныҡышмалы хеҙмәте хаҡында һөйләй.

Шуныһы ҡыуаныслы: чемпиондар, призерҙар әҙерләү менән бергә тре­нерҙар үҙҙәре лә спорт менән әүҙем шөғөлләнә, республика, ил, халыҡ-ара ярыштарҙа тәүге урын­дарҙы яулай. Марат Хәсәнов быйыл пауэрлифтингтан лайыҡлы урындар биләп, Рәсәйҙең спорт мастеры исе­менә лайыҡ була, Илмир Шафиҡов, Вадим Сәләхетдинов лапта буйынса ир-егеттәр командалары араһында республика чемпионатында беренсе урынды яулай. Илзинә Шафиҡова – еңел атлетика буйынса Башҡортос­тан чемпионы, Руслан Хәйретдинов “Башҡортостан Мәғариф министр­лығының футбол буйынса иң яҡшы тренеры” исемен лайыҡлы йөрөтә. Шулай уҡ тренерҙар Фәнис Ғабдул­лин, Эдуард Солтанбәков, Анатолий Федоров хаҡында ла бары маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин.

Еңеүҙәр, уңыштар, шәп спортсылар... Уларҙың һәр береһе ха­ҡында ентекләп яҙа башлаһаң, ҙур исемлек хасил булыр ине. “Бары­һынан да бигерәк физкультура һәм спорт – беҙҙең сәлә­мәтлек, тап шуға ла балаларҙы әүҙем тормошҡа мөмкин тиклем күберәк йәлеп итергә тырышабыҙ”, – ти тренерҙар. Ошо маҡсаттан төрлө саралар, спартакиадалар, насар ғәҙәттәргә ҡаршы акцияларҙа дәррәү ҡатнашалар.

ГТО нормативы һөҙөмтәләре буйынса Ҡырмыҫҡалы ауылы быйыл беренсе урынды яулаған һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Был, әлбиттә, спорт мәктәбенең, район­дың барлыҡ физик культура уҡытыу­сыларының, мәғариф бүлегенең дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһе.


Вернуться назад