Сибай ҡалаһының “Балапандар” ирекмәндәр төркөмө “Рәсәй ирекмәндәре 2018” конкурсында ҡатнашты. Балаларҙың әкиәт аша изгелек, шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф таратыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проектың авторы - Рәмилә Торомтаева.
Ошо көндәрҙә “Балапандар”ҙың иң әүҙемдәренең береһе Азалия Ваһапова үҙенең етәксеһе Рәмилә Юлай ҡыҙы менән Мәскәүҙә үткән “Бөтә халыҡ ирекмәндәр ” форумында ҡатнашып, “Йыл ирекмәне” конкурсының “Киләсәккә ышаныс” номинацияһында еңеүсе булып танылды. Афарин, Азалия!