Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан йөҙөү буйынса тренер Ольга Изилаева 2018 йылдың Милли спорт премияһы лауреаты булды. Ул “Ауыл ерендә иң яҡшы физкультура һәм спорт эшен ойоштороусы” категорияһында еңеү яуланы.
Милли спорт премияһы лауреаттарын ҡотлау тантанаһы Мәскәүҙә үтте. Ольга Изилаеваға ҡиммәтле бүләкте нәфис гимнастика буйынса билдәле тренер Ирина Винер тапшырҙы.
Милли спорт премияһы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырыла. Уның маҡсаты – физик культура һәм спорт өлкәһендә көс һалған белгестәрҙең, тренер һәм спортсыларҙың һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү. Премияның 11 номинацияһы бар. Эксперттар советы эше һәм халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә 54 номинант билдәләнә, шулар араһында 18 спортсы еңеүсе тип табыла.