Билдәлелек яулау өсөн күп кәрәкме? Уҡыусы балаларға килгәндә, тырышып уҡыу ҙа етә, тип әйтер күптәр. Дөрөҫ, белем эстәү һәр саҡ кәрәк, әммә физик яҡтан көслө булыу ҙа артыҡ түгел.
Бәләкәйҙән спорт менән әүҙем шөғөлләнгән Балтас районының Иҫке Балтас ауылындағы 1-се мәктәптең XI класс уҡыусыһы Розанна Кашапова Калуга ҡалаһында ойошторолған бәйгелә алдынғылыҡты бирмәгән. Калуга өлкәһе губернаторы исеменә үткәрелгән ярышта 24 килограмм ауырлыҡтағы герҙе 81 тапҡыр күтәреп, береһен дә алдына сығармаған. Һөҙөмтәлә спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәгән.
Әйткәндәй, уны үтәү өсөн герҙе 71 тапҡыр күтәреү ҙә етә. “100-гә еткерергә лә иҫәп юҡ түгел ине, “етте” тигән команданы ишеткәс, туҡтаным”, – тип һөйләй Башҡортостан данын яҡлаған Розанна.