"Салауат Юлаев" тәрән көрсөктә02.12.2018
Рәттән өсөнсө уйында еңелеү! Кемгә-кемгә, "Адмирал"ға! Иң аҙаҡта килгән командаға...

Юлаевсыларҙың "Автомобилист"ҡа - 0:2, "Металлург"ҡа 0:4 иҫәбенә отолоуы ла аптыратманы. Әммә был юлы төп ваҡыт 1:1 иҫәбенә тамамланып, овертаймда гол индерерлек кеше табылмауы, ул ғына түгел, буллит һуғыуҙа ла мәргәнлектәре юғалыуы хафаға һала. Ҡайҙа беҙҙең һөжүм итеүселәр? Антон Бурдасовтың матч аҙағынаса штраф алыуҙары ҡасан бөтөр?..

1:2 - тағы еңелеү. "Өфө-Арена" ла көйәрмәндәр менән яртылаш ҡына тулғайны. Бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле.


Вернуться назад