Баймаҡ районының Ғүмәр ауылында сәләмәт тормошто үҙ иткән, спорт яратҡан халыҡ йәшәй. Йәштәр генә түгел, ололар ҙа спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша.
Ҡыштың тәүге көнөн ғүмәрҙәр саңғыға баҫып, көрт йырып бер-береһен уҙышып башлаған. Был эштәрҙең барыһын да ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе Миңзәлә Үҙәнбаева ойошторған.
"Хәрәкәттә - бәрәкәт” тип аталған Ҡыш байрамын саңғы миҙгеле асҡан, артабан төрлө спорт ярыштары дауам итәсәк.