Ҡатнаш төрҙәр буйынса билдәле көрәшсе Джефф Монсон Өфөлә уҙған матбуғат конференцияһында тиҙҙән спортсы карьераһына нөктә ҡуясағы хаҡында белдерҙе.
Билдәле булыуынса, Америка спортсыһы быйыл майҙа Рәсәй гражданлығы алғайны, ә сентябрҙә ул Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһы Советына депутат булып һайланды. Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 11 октябргә тиклем тап ошо ҡаланың хакимиәт башлығы булды. Өфөгә лә билдәле көрәшсе Радий Фәрит улының саҡырыуы буйынса килде. Ул республиканың йәш спортсыларына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, ә иртәгә йәш сәйәсмәндәр менән баттл уҙғарасаҡ.
Спортсы булараҡ сығыш яһауҙан туҡтағандан һуң, Монсон тренер сифатында балалар менән эшләргә йыйына.