Башҡортостандың берләшкән хоккей федерацияһы бер йыл буйы тиерлек тейешле финанс ярҙамһыҙ эшмәкәрлек алып барғайны. Был хәл 2018/2019 йыл миҙгелендә спорт сараларын ойоштороп булмау хәүефен тыуҙырҙы.
Ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, республика етәксеһенең хакимиәт башлығы Александр Сидякин, уның беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов тырышлығы менән финанс мәсьәләһе хәл ителде.
Берләшкән хокккей федерацияһы етәкселеге төбәктә күмәк спортты үҫтереүгә, сәләмәт тормош рәүешен таратыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлекте хуплап, уларға рәхмәт белдерҙе.