Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең баскетбол федерацияһы президенты Андрей Кириленко менән осрашты.
Осрашыуҙа ошо спорт төрөн үҫтереү мәсьәләләре, төбәктең күләмле баскетбол сараларын ҡабул итеү мөмкинлеге тикшерелде.