Ғаилә менән бергәләп28.11.2018
Белорет металлургия комбинатында Ғаилә старттары уҙғарылды. “Дельфин” бассейнында ойошторолған спорт ярыштарында барыһы 60 команда ҡатнашты.

Иң йылғыр, сос, берҙәм ғаилә булып балалары 7-9 йәшлектәр араһында – Хафазовтар, 10-12 йәш арауығында – Сидоровтар табылды. Ике балалы Шәрәфетдиновтар “Иң шәп спортсылар” исеменә лайыҡ булдылар.

Призерҙар дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде, бар ҡатнашыусылар ҙа тәмле торт менән һыйланды.


Вернуться назад