Беҙҙең спортсылар “көмөш” яуланы28.11.2018
Алжирҙа үткән Донъя кубогы этабында Башҡортостан рапирасылары Анастасия Иванова менән Аделина Заһиҙуллина көмөш призер булды. Спортсыларыбыҙ Рәсәйҙең йыйылма ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында сығыш яһаны.

Шәхси турнирҙа Аделина Заһиҙуллина итальян спортсыһы Мартина Фавареттонан еңелеп, сығышын 1/16 финал стадияһында тамамланы. Иванова иһә сирек финалға етте. Анастасия Япониянан Сера Азума менән алышты. Һөҙөмтәлә Япония вәкиле 11:7 иҫәбе менән еңде.

Команда турнирында Рәсәй спортсылары Анастасия Иванова, Инна Дериглазова, Лариса Коробейникова һәм Аделина Заһиҙуллина көмөш миҙал яуланы. Команда беренселеге финалында рәсәйҙәр 37:36 иҫәбе менән Франция командаһынан еңелде.


Вернуться назад