Ҡазанда Ю. Красильников иҫтәлегенә еңел атлетика буйынса үткән Бөтә Рәсәй турнирында илдең 30 төбәгенән 900-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Ярышта Бөрө ҡалаһының "Йәшлек" балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә көс һынашты. Уларҙы Алексей Шалопин күнектерә.
16 – 17 йәшлек үҫмерҙәр араһында бейеклеккә һикереүҙә Илдар Ғәлиханов менән Андрей Кутсамаев иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Павел Кучуркин менән Матвей Тычинкин көмөш миҙалға лайыҡ булды.Евгений Ситников өсөнсө урынға сыҡты.