Мәскәүҙә ауыр атлетика буйынса 30 йәштән һәм унан өлкәнерәк йәштәге спортсылар төркөмөндә Рәсәйҙең Асыҡ кубогына ярыштар уҙғарылды.
Баҡалы районынан СССР-ҙың спорт мастеры Павел Лобанов ошо абруйлы бәйгелә ҡатнашып, республикаға ҙур еңеү килтерҙе.
Рәсәйҙең 47 төбәгенән 300-гә яҡын спортсы беренселектә сығыш яһаны. Павел Леонидович яҡташтарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне, үҙенең көслөләр араһында иң көслөһө икәнен раҫланы. Баҡалы спортсыһы алтын миҙал һәм Рәсәй беренселегенең эксклюзив кубогы менән бүләкләнде.