“Рейтинг” мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге һәм “Отдых в России” журналы Рәсәйҙең туристик брендтарына арналған сираттағы тикшеренеү ойошторҙо. Һөҙөмтәлә “Терра Башҡортостан” бренды “Төбәк бренды” номинацияһында беренсе урын яуланы.
Конкурсҡа йәмғеһе йөҙҙән ашыу ғариза тапшырылған. Улар нигеҙендә һайлап алыу критерийҙарына яуап биргән 75 туристик бренд исемлеге төҙөлдө. Брендтарҙы “Отдых в России” журналы һәм сайты, “Рәсәй туризмы”, “Туризмға инвестиция” интернет-порталдары, “Tourism & Leisure in Russia” журналы һәм сайты медиа-төркөмө, шулай уҡ туризм тармағынан йәлеп ителгән эксперттар баһаланы. Эксперттар рейтингта ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән мәғлүмәттәрҙе тикшерҙе.
Әйткәндәй, рейтингка тағы ла ике башҡорт бренды инде — Шүлгәнташ ҡурсаулығы менән Бөрйән солоҡ балы.