Континенталь хоккей лигаһының сираттағы “Йондоҙҙар матчы”на журналистар үҙ кандидатураларын тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә “Салауат Юлаев” командаһынан был сараға ҡапҡасы Юха Метсола менән һөжүм итеүсе Антон Бурдасов һайланды.
Бынан алдараҡ көйәрмәндәр тауыш биргәйне. Иң яҡшы уйынсылар араһына Өфөнән һаҡсы Филип Ларсен инде. Тимәк, 2019 йылдың 19-20 ғинуарында Татарстандың Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ “Йондоҙҙар матчы”на беҙҙән әлегә өс хоккейсы бара.
Ошо арала спорт департаменты ла һәр бер командаға дүртәр ҡатнашыусыны һайлаясаҡ. Ҡалған дүрт урынға иң һәләтле йәш хокейсылар дәғүә итә.