Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов 2019 йылда баш ҡалабыҙҙа үтәсәк 53-сө йәйге Халыҡ-ара уйындарға әҙерлек тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, киләһе йәй ҡалаға 35 илдән һәм 80 ҡаланан 1500-гә яҡын спортсы киләсәк.
Көньяҡ Кореянан, Таиландтан, Словакиянан, Израилдән, Чехиянан, Литванан, Мексиканан, Голландиянан һәм Австралиянан сарала ҡатнашырға теләк белдерҙеләр. Уйындарҙы асыу тантанаһы “Нефтсе” стадионында ойоштороласаҡ, ябыу тантанаһы иһә “Ватан” паркы биләмәһендә үтәсәк тип күҙаллана.
Халыҡ-ара балалар уйындарына әүәлгесә ирекмәндәрҙән ғаризалар ҡабул ителә. Әле ярыштарҙы ойоштороуҙа 400-ҙән ашыу кеше ярҙам итергә ниәтләй. Йәмғеһе 600 ярҙамсы кәрәк буласаҡ.
Өфө халҡы өсөн йәйге уйындар барышындағы барлыҡ саралар түләүһеҙ үтәсәк.