Яйлап-яйлап өҫкә үрләп...20.11.2018
“Салауат Юлаев” хоккей клубы һуңғы ваҡытта күп мәрәй юғалтты. Һөҙөмтәлә турнир таблицаһында етенсе урынға тәгәрәне.

Әле ил йыйылма командаһының Карьяла кубогы турнирында ҡатнашыуы сәбәпле, ун көнлөк тәнәфес булғайны. Унан һуң өфөләр ике матч уҙғарҙы. Икәүһендә лә уңышҡа өлгәштеләр.

Тәүҙә үҙ боҙобоҙҙа аутсайдер “Адмирал”ды 3:1 иҫәбенә оттолар. Артабан Астанаға “Барыҫ” менән осрашыуға юлландылар. Ҡаҙағстан командаһы беҙҙән алдараҡ бара, ҡыуып етер кәрәк! Етмәһә, хужаларҙың легионерҙары йәрәхәт алып, был матчта ҡатнашмай.

Ысынлап та, яҡташтарыбыҙ еңел генә уңышҡа өлгәште. Еңеү беҙҙең яҡта – 3:0. Хәҙер “Салауат Юлаев”, алтынсы урында булһа ла, алдындағы командаларҙан өс-биш мәрәйгә генә ҡалыша. Ә лидер “Автомобилист” ғорур рәүештә бер үҙе алда барыуын дауам итә. Уға етергә тип хыялланаһы түгел әле...


Вернуться назад