Өфөлә тхэквондо буйынса Рәсәй Кубогына ярыштар үтте. Унда илдең 39 төбәгенән 800-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Республиканың йыйылма командаһы иң көслөләр иҫәбенә инде. Уның составында Өфө, Салауат, Нефтекама ҡалалары, Краснокама, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы һәм Шаран районы спортсылары бар.
Командалар араһында Һамар өлкәһе тхэквондосылары еңеү яуланы (Башҡортостан командаһы – дүртенсе урында).
Ә Рәсәй Кубогы сиктәрендә үткәрелгән Төҫлө билбауҙар фестивале һөҙөмтәһе буйынса, бәйгеләрҙә республика спортсылары көслөрәк булып сыҡты, беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар иң күп еңеүҙе яуланы. Шарандан барған биш үҫмерҙең һәр ҡайһыһы (тренер – Радик Һиҙиәтов) призлы урын яулап ҡайтты.