Йәштәр майҙан тота15.11.2018
15 – 18 ноябрҙә Өфөлә Беренсе Евразия студент хәрби сәнғәт уйындары уҙғарыла. Уның еңеүселәре һәм призерҙары декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй студент хәрби сәнғәт уйындарының финалында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ.

Сараның маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, студент спортын үҫтереү һәм Рәсәй, Евразия халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты нығытыу. Уйындар барышында йәштәр айкидо, киокусинкай, тай боксы, самбо, кикбоксинг, каратэ, билбаулы көрәш буйынса көс һынашасаҡтар.

Беренсе Евразия студент хәрби сәнғәт уйындарын асыу тантанаһы иртәгә Өфөнөң Йәштәр һарайында үткәрелә.




Вернуться назад