Мәргәнлектә – егетлек күрке14.11.2018
Иванай урта мәктәбе тирында 51-се спартакиада сиктәрендә ҡала предприятиелары һәм ауыл биләмәләре араһында мәргәнлек буйынса бәйге үтте. Сарала утыҙға яҡын команда ҡатнашты.

Мәргәнлектә көс һынашыусылар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар ине. Был юлы айырыуса ауыл биләмәләре ҙур әүҙемлек күрһәтте. Еңеүсе командалар грамота, диплом, миҙал һәм кубоктар менән наградланды, шәхси беренселектә алдынғылыҡ яулағандар ҙа иҫтәлекле приздарға лайыҡ булды.

Сәләмәт йәшәү өлгөһөн үҙ миҫалында пропагандалаған Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре мәргәнлектә бер кемгә лә ал бирмәне, Пенсия фонды коллективы менән улар беренсе урынды бүлеште. Икенсе урынды – мәғариф идаралығы, өсөнсө урынды “Газпром” акционерҙар йәмғиәтенең һаҡсылар отряды мәргәндәре яуланы.


Вернуться назад