Өргөндә "морж"дар ярышты13.11.2018
Үткән шәмбелә Учалы районының Өргөн күлендә ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнгәндәр өсөн Башҡортостан чемпионаты үтте.

Турнирҙа Ҡырмыҫҡалы районынан, Өфө, Нефтекама, Мейәс, Каменск-Уральск, Ревда, Түбәнге Тагил, Екатеринбург һәм Пенза ҡалаларынан барыһы 80-ләп спортсы ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың йәше 13 йәштән 70 йәшкә тиклем ине. "Морж"дар ике көн буйына төрлө стилдәрҙә өс төрлө дистанцияла ярышты.

Учалы командаһынан 3-сө лицейҙың XI класс уҡыусыһы Марат Кәримов төрлө ысул менән йөҙөүҙә ярыштарҙың барыһында ла беренсе урынды алып, абсолют чемпион исемен яуланы.

Командалар араһынан беренселекте – Каменск-Уральск ҡалаһы йөҙөүселәре, икенсе урынды Өфө спортсылары алды. Учалы вәкилдәре лә һынатманы – улар өсөнсө урынға лайыҡ булды.




Вернуться назад