Самбо эштә лә кәрәк09.11.2018
Рәсәй полицияһының 300 йыллығы һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы Өфөлә хәрби һәм спорт самбоһы буйынса турнир үтте.

Сарала ҡала-райондарҙа еңеү яулаған 18 команда ҡатнашты. Спортсылар ете ауырлыҡ категорияһы буйынса үҙ көсөн һынап ҡараны. Алыштар юғары кимәлдә үтте.

Бәйгелә ҡатнашҡан полиция хеҙмәткәрҙәре команда, шулай уҡ шәхси беренселек өсөн алышты. Тәүге урынды Эске эштәр министрлығының Физик культура идаралығы коллективы алды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Нефтекама ҡалаһы, Әбйәлил районы эске эштәр бүлектәре командалары яуланы.


Вернуться назад