Түбән тәгәрәйҙәр02.11.2018
“Салауат Юлаев” тотороҡһоҙ уйнай. Йә еңә, йә еңелә. Һөҙөмтәлә турнир таблицаһында артҡа тәгәрәй.

Кисә Мәскәүҙең “Спартак” командаһынан да отолдо. Яҡташтарыбыҙ ике тапҡыр алға сыҡты (2:0, 3:2), әммә бәхетте ҡулдан ысҡындырҙы. Һуңғы осорҙа мәскәүҙәр ике яуапһыҙ шайба индереп, уңышты нығытты. Әйткәндәй, бер гол авторы күп йылдар буйы Өфө клубында уйнаған һаҡсы Андрей Кутейкин булды.

Юлаевсылар 3:4 иҫәбенә еңелеп, Көнсығыш конференцияла алтынсы урынға төштө. Иртәгә улар Түбәнге Новгородта көс һынашасаҡ.


Вернуться назад